Педагогическое сообщество
«Созидательный педагог»
Башҡорт теле дәрестәрендә функциональ грамоталы шәхес тәрбиәләү
(Развитие индивидуальных способностей школьников посредством внедрения в учебно-воспитательный процесс приемов формирования функциональной грамотности обучающихся на уроках родного языка)
Бөгөнгө тормош һәм техник прогресс иҫ киткес тиҙ үҫешә, улар кешеләрҙең үҙҙәрен дә үҙгәрергә, тормош менән бергә йылдам атларға мәжбүр итә. Хәҙерге заман кешене уратып алған донъяға тиҙ генә яраҡлашыу, үҙ аллы фекер йөрөтөргә өйрәнеү талап итә, уҡыусыларҙың белем сифатын үҫтереүҙә уҡытыусылар алдында яңы бурыстар ҡуя. Ғөмүмән, белем биреү системаһында функциональ грамоталылыҡты формалаштырыу юғары маҡсаттарҙың береһе булып тора. Шул иҫәптән, функциональ грамоталылыҡты формалаштырыуҙың төп ысулы буларак, белем биреүҙә инновацион ҡараштарҙы үҙләштереүгә иғтибар бирелә. Функциональ грамоталылыҡ терминына килгәндә, совет һәм Рәсәй лингвисты, психолог А.А.Леонтьев түбәндәге билдәләмәне бирә: «Функциональ грамоталылыҡ – тормош бурыстарын хәл итеү өсөн, кешенең ғүмер буйына алған белемдәрен эшмәкәрлелектең төрлө даирәләрендә, аралашыуҙа һәм социаль мөнәсәбәттәрҙә ҡуллана белеү һәләте ул». «Функциональная грамотность – это способность человека использовать приобретаемые в течение жизни знания для решения широкого диапазона жизненных задач в различных сферах человеческой деятельности, общения и социальных отношений». Белеүебеҙсә, функциональ грамоталылыҡ күп яҡлы төшөнсә. Ул уҡыу грамоталылығын, математик грамоталылыҡты, финанс грамоталылығын, глобаль компетенциялар, креатив фекерләүҙе үҙ эсенә ала. Шуларҙың береһенә – уҡыу грамоталылығына туҡталып китәм. Бөгөнгө цифрлаштырыу осоронда уҡыусыларҙа уҡыу грамоталылығын үҫтереү айырыуса әһәмиәткә эйә тип уйлайым. Белем биреүҙең ниндәй генә предмет өлкәһен алһак та, беренсе сиратта, аңлап уҡыу, уҡылған текстан кәрәкле мәғлүмәтте айыра белеү һәләте кәрәк. Быларҙы иҫәпкә алып, уҡытыусылар алдында яңы бурыстар килеп тыуа. Иң беренсе сиратта, уҡыусыларҙың уҡыу грамоталылығын формалаштырыу әһәмиәтле. Төп маҡсаттарҙың береһе – уҡыусыларҙың алған белемдәрен тормошта ҡулланырға өйрәтеү. Уҡыу грамоталылығын формалаштырыуҙа текст менән эшләй белеүгә иғтибар итергә кәрәк, сөнки текст уҡыу ул – белем биреү генә түгел, тәрбиәүи бурыстар үтәүҙе лә үҙ эсенә ала. Шәхестең рухи-әхлаки сифаттарын формалаштырыуҙа текст менән эшләүҙең роле ҙур. Дәрестә текст менән эшләүҙе уҡыусыларға ҡыҙыҡлы ла, аңлайышлы ла булырлыҡ итеп ойошторорға кәрәк.
Яҙма текстар менән эшләгәндә дәрестәрҙә түбәндәге эш алымдарын ҡулланырға була:
– текстың исеменә иғтибар итеү, «Ни өсөн текст шулай тип аталған?» һорауына яуап эҙләү, темаһын билдәләү;
– төп һүҙҙәрҙе айырып алыу һәм яҙып ҡуйыу;
– текстан асыҡтан-асыҡ бирелгән мәғлүмәтте йәки факттарҙы таба белеү, уларҙы тормоштан алынған миҫалдар менән нығытыу;
– тексты өлөштәргә бүлеү, планын төҙөү;
– текстантөпваҡиғаларҙы айырып ала белеү;
– тәҡдимителгәнһүрәтһәмиллюстрацияларҙың текстыңҡайһы өлөшөн асыу өсөн ҡулланылыуынәйтеү;
– текст нигеҙендәҙурбулмаған монологикйәкидиалогикһөйләмтөҙөү;
– уҡылған текст эстәлегебуйынса дискуссиялар ойоштороуһ.б.
Өҫтәмә эш итеп уҡыусыларға, уҡылған текстҡа нигеҙләнеп, “storyjumper” платформаһында үҙҙәренә лә китапсык яһарға тәҡдим итергә була. Дәрестәрҙә һәм дәрестән тыш сараларҙа проекттар төҙөү һәм яҡлау, электрон презентацияләр төҙөү һәм уларҙы тәҡдим итеү кеүек алымдар ҡулланыу ҙа отошло.
Критик фекерләү технологияһы элементтарын ҡулланыу уҡыусыларҙа уҡыу грамоталылығын формалаштырыуҙың бер алымы булып тора. Фекерләү күнекмәһе уҡыусыларға уҡыу дәүерендә генә түгел, алдағы тормоштарында кәрәк буласак (#, килеп тыуған мәсьәләне дөрөҫ сисеү юлдарын табыу, күпһанлы мәғлүмәт менән эшләү, анализлау). Критик фекерләү технологияһы буйынса түбәндәге алымдарҙы ҡулланырға була:
– «Туҡталыштар менән уҡыу» алымы. Дәрес башында уҡыусыларға текст исеменән сығып һорау ҡуйыла, уҡыусыларҙың фекерҙәре тыңланыла. Төп өлөшөндә текст фрагменттарға бүленеп уҡыла, һәр өҙөктән һуң уҡыусыларҙан алда нимә буласағы тураһында яуаптар тыңланыла;
– «Һорауҙар менән эш» алымы. Әлеге алымды дәреслек менән эш ваҡытында ҡулланырға була. Уҡытыусы уҡыусыларға һорауҙар тәҡдим итә. Һорауҙар тура яуап бирерлек итеп тә, уйланыу-фекерләүҙе талап итерлек итеп тә ҡуйыла;
– «Беләм, белдем, белергә теләйем» алымы. Был алымды яңыматериалдыаңлатыу һәмалынған материалды нығытыу этабында да ҡулланырға мөмкин. Өс графанан торған таблица бирелә, уҡыусылар үҙ фекерҙәрен, яуаптарын яҙалар;
– «Төркөмдәр» алымы. Әҫәр геройҙарына характеристика биргәндә ҡулланырға мөмкин. Класс ике төркөмгә бүленә. Беренсе төркөмдәге уҡыусылар, текст эстәлегенән һәм тормош тәжрибәһенән сығып, геройҙың ыңғай сифаттарына миҫалдар әҙерләй. Икенсе төркөм иһә, цитаталарға таянып, геройҙың тиҫкәре сифаттарын асыклай;
– «Ижади эш яҙыу» алымы. Был алымды өйрәнелгән теманы нығытыу этабында ҡулланыу уңайлы. Уҡыусыларға йәки әҫәрҙе дауам итергә, йәки үҙгәртеп яҙырга, йә иһә үҙҙәренә әкиәт, хикәйә, шиғыр яҙырға тәҡдим итергә була. Әлбиттә, бындай эш биргәндә уҡыусыларҙың һәләтен күҙ уңында тоторға кәрәк.
Ғөмүмән алғанда, уҡыусыларҙың уҡыу грамоталылығын формалаштырыу маҡсатында ҡулланыла торған алымдар бихисап. Шулай итеп, текст йәки мәғлүмәт менән эшләү уҡыу процесы структураһында мөһим урын алып тора. Дәрестә генә түгел, дәрестән тыш сараларҙа ла текст менән эшләүҙең мөмкинлектәре күп. Уларҙы уңышлы файҙаланыу – һәр заман уҡытыусыһының изге бурысы.
Бөгөнгө мәктәп белемде түбәндәге йөкмәткелә биререгә тейеш: сығарылыш уҡыусыларын етди маҡсатҡа өлгәшеүгә мөмкинлек биреүсе, уларҙы килеп сыҡҡан төрлө тормош ҡаршылыҡтарын һәм ситуацияларын уңышлы йырып сығырҙай белем менән тәьмин итеү – хәҙерге мәктәптең төп бурыстарының береһе.
Шул бурысты тормошҡа ашырыу өсөн уҡытыу-тәрбиә процесында ғәҙәти булмаған алымдарҙы ҡулланырға кәрәк. Бының ысулдары байтаҡ, тик уларҙы педагогик ғәмәлгә индереүҙән уҡытыусы ҡурҡмаҫҡа тейеш.
Мәҫәлән, дәрестә проблемалы ситуация ҡулланыу. Ни өсөнкәрәкһуңул ситуация? Беренсенән, ситуация уҡыусылакластаэшләнәсәкэшмәкәрлеккәҡыҙыҡһыныууята. Икенсенән, дөрөҫуйланылған ситуация уҡыусыларҙыңүҙуҡыубурыстарынбилдәләйаламы-юҡмыикәнлегенаңларғаярҙамитә.
Һайлау,билдәһеҙлек, көтөлмәгәнлек, конфликт-бәхәс, ярашмаусанлыҡ.
Конфликт-бәхәс. (Аудиояҙмала ҡоштар, тамсы тамыуы, йылға тауышы яңғырай). Яҙманы тыңлап бөткәс шундай һорау бирелә: ошо көйҙө тыңлағанда тәбиғәттең ниндәй миҙгеле күҙ алдығыҙға баҫа?
Ярашмаусанлыҡситуацияһы.
Бер һүҙ менән әйт:
Балтаһы һыуға төшкәндәй – кәйефһеҙ, күңелһеҙ
Һалҡын ҡан менән – тыныс
Борсаҡ сәсеү – маҡтаныу
Донъя көтөү – йәшәү
Ҡаты ҡолаҡ – һаңғырау
Кеше йәнле – кешелекле
Анализлау һуңында шундай бурыстарҙы асыҡлау, белеү кәрәклеге тыуа: был һүҙбәйләнештәрҙең мәғәнә үҙенсәлеге; улар нисек атала; уларҙың һәйләмдәге роле.
“Билдәһеҙлек” ситуацияһы.
1.Ал, ҡыҙыл, һары, күк ( һүҙҙәр бирәм)
2. Миләүшә, Гөлсәсәк, Лилиә, Нәркәс
3. Яланда,ҡырҙа, баҡсала үҫә.
Сәскәләр исемен генә әйтеп ҡалмайбыҙ, “Исем” һүҙ төркөмөн дә ҡабатлап китә алабыҙ. Ҡыҙҙар исемдәренең дә мәғәнәле булыуын әйтеү.
Мәғлүмәттең тулы һәм аныҡ булмауы сәбәпле, яуаптың теүәл һәм конкрет түгеллеге. Йәғни, мәсьәләне бер төрлө генә хәл итеү мөмкинлегенең булмауы. Бындай алым уҡыусыны теге йәки был ситуациянан сығыуҙың бер нисә, йәғни вариантлы юлдарын эҙләргә мәжбүр итә. Предмет–ара бәйләнеш булдырыла.
Көтөлмәгәнлек ситуацияһы. Уҡыусыны текст уҡыуҙан туҡтатып, унда һөйләнелгән ваҡиғалар ағышын фараз иттереү. Яуаптарфаразлапҡарайыҡ.
Был алымдартүбәндәгеһөҙөмтәләрҙебирә:
Белемде сифатлы үҙләштереүҙе тәьмин итешә;
Интеллект ҡеүәһен һәм ижади һәләттәрҙе үҫтерергә ярҙам итә;
Әүҙемшәхестәрбиәләй.