Педагогическое сообщество

«Созидательный педагог»

Дәрес:“Юл ҡағиҙәләре”

Балалар баҡсаһының өлкәндәр төркөмө өсөн.

 

ТЕМА:ЮЛ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ .
МАҠСАТ:Светофор менән таныштырыу, һөнәрҙәр, транспорт тураһында белемдәрен нығытыу, “ р” өнөн нығытыу, юл ҡағиҙәләрен дөрөҫ үтәүҙе 
өйрәтеү, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.
Һүҙлек эше: светофор, тротуар.
Йыһазландырыу: юл билдәләрен күрһәтеүсе һәм дидактик уйындар өсөн атрибуттар, ҡала урамы сағылдырылған плакат, өс төҫлө флаг, өс төҫлө алты шар, ИКТ, йәнһүрәт.

Дәрес барышы:
1.Инеш әңгәмә.
Балалар, әйтегеҙ әле, беҙ ҡаҙа йәшәйбеҙ? ( Башҡортостан Республикаһының Аҡъяр ауылында йәшәйбеҙ)
-Әйе,беҙ район үҙәгенең Аҡъяр ауылында йәшәйбеҙ. Ә беҙҙең район үҙәгендә юлдар бик күп машиналар йөрөй. Улар бик зур тиҙлектә йөрҙәр. Әйдәгез әле, бер генә минутҡа күҙҙәребеҙҙе йомоп урамдагы тауышты тыңлап ҡарайык әле. (Магнитофон таҫмаһын тыңлау)
Урамдарҙың һәм юлларҙың бик етди законы бар. Ул “Юл йөрөү ҡағиҙәләре” тип атала. Ул йәйәүленең һәм транспортта йөрөүселәрҙең юлда дөрөҫ йөрөмәгәнен кисермәй. Был закон бик етди,сөнки ул кешеләрҙе бәләнән һакларға ярҙам итә.
-Балалар, бөгөн дәрестә беҙ юл ҡағиҙәләре менән танышыуҙы дауам итәбеҙ. Уларҙы белеү транспортта йөрөүселәргә лә,йәйәүлеләргә лә кәрәк.
-Ә һеҙ ниндәй транспорт төрҙәрен беләһегеҙ?
-Балаларҙың яуаптары (ер,һауа, һыу транспорты).
-Дөрөҫ. Бөгөн беҙ ер транспортында –машинала сәйәхәткә сығабыҙ.
Һеҙ әҙерме?
-Эйе.
-Машинаны йөрөткән кеше кем була?
-Шофер.
Урамдарҙа йөрөүе
Бик ябай ғына түгел.
Уның ҡағиҙәләре бар
Уларҙы бик яҡшы бел!
Белергә кәрәк шоферға,
Кәрәк йәйәүлегә лә,
Әле бәләкәй булһаҡ та
Белергә кәрәк беҙгә лә.
-Моторҙы тоҡандырығыҙ! Р-р-р-р ...(дөрөҫ әйтеү)
Балалар ҡулдарын өҫкә күтәреп, мотор әйләнеүен күрһәткән хәрәкәт яһайҙар.


Төп өлөш:

Беренсе туҡталыш.
-Беҙ беренсе туҡталышҡа яҡынлашабыҙ. Ҡарағыҙ әле, нимә күрәһегеҙ?
-Светофор.
-Ә нимә була ул светофор?
- Ул урамда хәрәкәт йүнәлешен күрһәтә.Төрлө төҫтәр менән сигнал бирә.
- Уның ниндәй төҫтәре бар?
- Ҡыҙыл, һары, йәшел.
- Ул төҫтәр нимәне аңлата?
- Ҡыҙыл-туҡта, һары- әҙерлән, йәшел- атла.
- Дөрөҫ.
Бында эшләнеп бөтмәгән светофор тора- макетҡа төҫтәрен дөрөҫ кенә итеп бына ошо ҡыҙыл, һары,йәшел түңәрәктәрҙе йәбештерегә кәрәк.Мольбертта торған светофорға балалар түңәрәктәрҙе йәбештерә.(Йәбештереү ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөү)
Уйын “ Светофор “.
Минең кулымда өс флажок, улар светофор төҫтәрендә. Ҡыҙыл флажок күтәрелһә – бер- берегеҙгә бармаҡ  янағыҙ. Һары флажок күрһәгеҙ – тик торабыз. Йәшел флажок күтәрһәгеҙ – бер урында атлап торабыз. Килештекме? Бер, ике,өс – уйын башланды.
Икенсе туҡталыш.
-Был туҡталышта оҙаҡ булдыҡ, икенсеһенә ҡуҙғалайыҡ. Унда беҙҙе “ эйе йәки юҡ” уйыны көтә.
-Һеҙ тротуарҙан йөрөйһөгөҙме?(эйе)
-Светофорҙа ҡыҙыл янһа, һеҙ юлды аша сығаһығыҙмы? (юҡ)
-Йәшел утта сығаһығыҙмы? (эйе)
-Автобус артына йәбешеп йөрөргә яраймы? (юҡ)
-Афарин! Күп беләһегеҙ икән!

-Моторҙы тоҡандырығыҙ! Р-р-р... (дөрөҫ әйтергә)

Өсөнсө туҡталышта викторина “Юлда”
1)-Тротуарҙан йәйәү йөрөгән кеше кем була? (йәйәүле)
-Машинала ултырып йөрөгән кеше кем була? (пассажир)
-Машина тауыш бирһә, ул нисек атала? (сигнал)
-Светофорҙың нисә күҙе? (өс)
-Машина ҡайҙа йоҡлай? (гаражда)
-Автобус көткән урын (туҡталыш)
-Юлдар, өйҙәр, парктар, уйын урындары булған ер (урам)
-Поезд, трамвай юлы нисек атала? (рельс)
-Ҡағиҙәне боҙған кешегә ниндәй яза бирәләр?(штраф)


2)Ә хәҙер ҡыҙыҡлы һорауҙарға ла яуап бирәйек.
-Почтальон Печкинға ниндәй транспорт бүләк иттеләр?(велосипед)
-Мәскәй Әбейҙең транспорты нимә? (һепертке)
-Емеля нимәгә ултырып батшаға барған? (мейес)
-Ниндәй сәйер өй һуң был, эсе тулы балалар,бензин менән туҡлана,итектәре-резина? (автобус)
Һуңғы туҡталышта беҙҙе “ Светофорҙы тоҡандыр “ уйыны көтә.Кем алдараҡ тоҡандыра, шул алда ҡайтып китә.
Балалар ике төркөмгә бүленеп, бер бер артлы теҙелеп баҫалар.Алдағы бала өҫтән ҡыҙыл шар ебәрә,Балалар бер береһенә шарҙы бирәләр, иң аҙаҡта торған бала шарҙы күтәреп күрһәтә- ҡыҙыл ут яна.Шулай дауам итә.Йәшел шарҙы яндырғас,ҡайтырға мөмкин.
-Бына беҙ ҡайтып та еттек. Әйҙәгеҙ, машинанан төшәйек. Был төркөмдә бик аҡыллы балалар икән. Юл ҡағиҙәләрен беләләр.Һеҙ бер ҡасан да бәләгә ос рамаҫһығыҙ, тип ышанғы килә.
Дүртенсе туҡталыш
Ә хәзер һезгә тағын бер һынау.Ул «йомаҡ– зиһен асҡысы» – тип атала. Мин һеҙгә йомаҡ әйтәм, һез яуабын табарһығыҙ
 
Юл сатында тора батыр,күҙҙәре төрлө – төрлө,
Берһен йома, берһен аса – уны белә һәр кеше.(Светофор)
 
Дөрөҫ, балалар,был светофор. Ул юл хәрәкәтен көйләп торусы. Беҙ уны ихтирам итергә тейеш.
Ә һез,балалар, светофор төҫтәрен беләһегеҙме? Әйҙәгез әле ҡабатлап алайыҡ.
(Кыҙыл,һары, йәшел.)

Шиғыр: «Светофор»
Икенсе һынашмаҡ.
Алда ла бар,артта ла бар,
Борылған да һырылған.
Оҙон булып һуҙылган. (Юл)
Ә хәзер транспорт төрҙәре турында һынашмаҡ әйтәм.
Нинди гәҗәп өй был? Һәр яғы тәҙрәле.
Аяғында резина,бар ашағаны бензин.
Был ниндәй өй? (Автобус)
Ат түгел ул, кешнәмәй
Йөҙ аттан кәм эшләмәй.
Үҙе тыр ҙа тыр килә,
Йә, нимә был кем белә? (Трактор)
 
Балалар, транспорт төрҙәрен яхшы беләһегеҙ икән. Яуаптарын бик тиҙ таптығыз. 

Йомғаҡлау.
Һеҙ бөгөн бик тырышып эшләнегеҙ, үҙегеҙҙең белемегеҙҙе күрһәттегез, барлык һорауҙарға ла дөрөҫ яуап бирҙегеҙ.Юл йөрөү ҡағиҙәләрен яхшы белеүеҙгеҙҙе күреп беҙ бик ҡыуандыҡ. Юлда һәр вакыт һаҡ булығыҙ! Үҙегеҙҙе
һәм яҡындарығыҙҙы һағҡлағыҙ.Һау булығыҙ !